Ә кескәй малайҙар күркәм өй һалды...
Ә кескәй малайҙар күркәм өй һалды...
Алты-ете йәшлек балаларҙың өй төҙөгәнен күргәнегеҙ бармы? Ә мин күрҙем. Күрҙем генә түгел, һоҡланып-яратып ҡарап ултырыу ҡыуанысы насип булды үҙемә. Өй күтәреүсе балалар ҡайҙан, кемдәр. тиһегеҙме, хәҙер һөйләп бирәм.
Гөлназ менән Рәүил ҙурыраҡ һәм бейегерәк өйҙә йәшәү хыялын күңелдәрендә күптән йөрөткән. Өмә билдәләнгән көнгә туғандары, дуҫтары, ер-һыуҙаштары таң менән килеп тә еттеләр. Күршеләре Ағинәй менән Аҡһаҡал олатай, йәштәрҙе һиммәтле-һауаплы ниәттәре менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙеләр. Ағинәй, епкә тағылған көмөш йөҙөктө өйөрөлтөп, ул туҡтаған урынды, йорт-ҡура өсөн тыныс һәм бик килешле ер, тип әйтеүгә, Рәзил менән Тимур нигеҙ ташын килтереп тә һалдылар. Аҡһаҡал олатай, ҙур эштең имен-аман атҡарылыуына бағышлап, Ҡөрьән уҡыны, доға ҡылып, изге эшкә фатиха бирҙе. Өмәселәр сүрәләрҙе ҡабул иткәс тә эшкә тотондо. Бүрәнәләрҙән буралыҡ ағас бысҡанда, Тимур менән Эриктың ҡулдарында бысҡы уйнап торҙо. Сынбулат, Ансар, Линар, Самирҙың тилбер ҡулдары әҙер бүрәнәләргә балта менән уйымдар уя барҙы. Эш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Рияна, Нәргизә, Аделина, Ангелина,София, Каролина, Самира тигән сибәркәйҙәр, ағас эшенең еңел түгеллеген белеп, йәһәтләп, тәмле аш хәстәрләүгә тотондо, һыуһынға ҡымыҙ, айран өлгөрттөләр. Егеттәр, ялға туҡтап, ҡапҡылаған арала, ҡыҙҙарҙың йырлап, бейеп күрһәтеүҙәре лә бик ваҡытлы булды.
Бура, буралып, нигеҙ өҫтөнә ултырҙы. Бүрәнәләрҙе уйғанда ҡойолған тап ярсыҡтарын аяҡ аҫтында ҡалдырырға ярамағанын да белә өмәселәр, шуға уларҙы тиҙ генә йыйып алдылар. Ниһайәт, өрлөктәргә түшәм таҡталары һалынды, ҡыйыҡ ябылды, тәҙрәләр ҡуйылды һәм төҙ, шыма бүрәнәләрҙән әкиәттәге кеүек бейек күтәрмәле бик күркәм йорт ҡалҡып сыҡты. Яңы өй буҫағаһына иң элек хужалар аяҡ баҫты. Ағинәй менән Аҡһаҡал олатай, нигеҙ ҡотон һаҡлау, йәшәйеште тик шатлыҡ-ҡыуаныстар менән биҙәү кәрәклеген һөйләп, йәштәргә ихлас тәбрикһүҙҙәрен еткерҙеләр, уларға баллы май ҡаптырҙылар.
Һәүәләй филиалы «Бәләкәс”(«Малышок») муниципаль үҙаллы мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеһында атҡарылды был башҡорт йолаһы. Тамаша ҙур булмаһа ла, кескәйҙәрҙән һәр кем ихлас башҡарҙы үҙенә тәтегән ролде. Унан да бигерәк, ошо йолала сағылған һәм милләтебеҙ хәтерендә ынйы бөртөгөндәй һаҡланып ҡалған, һәр өлөшө тәрбиәүи әһәмиәткә эйә матур ғөрөф өлгөләре менән бергә ағас эшен, өй һалыу серҙәрен, оҫталыҡ тәжрибәһен сабыйҙар күңел төпкөлөнә һалып та ҡуйғандарҙыр әле, тигән яҡты уй тыуҙы мейемдә. Сөнки бала зиһене яҡшылыҡты тиҙерәк һеңдерә, тиҙәр бит. Филиал «башҡорт балалар баҡсаһы” тигән тәғәйен йүнәлешкә эйә булмаһа ла, бындағы хеҙмәткәрҙәр тәрбиә эшендә милли сифаттарға йыш мөрәжәғәт итәләр, тамаша, концерт, байрам, иртәлек кеүек сығыштарҙы рухи мираҫ өлгөләре менән байытып ойошторалар. Бынан тыш, баҡсаға йөрөүсе балаларҙың һәр кеменә исемләп, заманса тел менән әйткәндә, портфолио асҡандар. Унда кескәйҙәрҙең әүҙемлеге, сараларҙа ҡатнашыуы, һөйөндөрөрлөк ыңғай ғәмәлдәре теркәлә бара. Айлина тигән ҡыҙҙың портфолиоһында, мәҫәлән, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» республика конкурсында алған дипломы ята. Ансар, Самира, Нәргизә «Ғаиләнең яратҡан аш-һыуы» бәйгеһендә еңеүсе булдылар. “Өмә”лә ҡатнашыуҙары ла матур биҙәк булып ҡушылыр әле изге ғәмәлдәр араһына. Атай-әсәйҙәрҙән Курпачев, Әхмәҙиев, Ғәлиәхмәтов, Динисламов, Рамазановтар балаларының әүҙемлеген хуплап торалар, сөнки ошо “портфолио-байлыҡты” күтәреп, улар мәктәпкә барасаҡ.
Филиалдың ижади йүнәлештә эшләүендә мөдир Эльвира Әнүәр ҡыҙы Динисламованың, тәрбиәсе Рәмилә Рәшит ҡыҙы Камалованың ҙур тырышлығы, тәрбиә биреү оҫталығы, күңел һалып эшләй белеү ҡомары ныҡ һиҙелә. Икеһе лә балаларға белем биреү усағында утыҙ-ҡырҡ йыл самаһы эшләп сыныҡҡан, халыҡ ижадын төплө өйрәнеп һәм уны педагогикала ҡулланып эшләй белгән һөнәр оҫталары бит улар. Баш ҡалабыҙ балалар баҡсаһында байтаҡ йылдар эшләп, ауылға ҡайтҡан Ләйсән Хисаметдинованың коллективҡа өҫтәмә көс булып ҡушылыуын да бер юлы әйтеп китәйек. Әммә тәрбиәселәргә еңел түгел. Барыбыҙ ҙа белеп торабыҙ; хәҙер туған телдең ҡулланылыу даирәһе сикләнеүгә табан бара, сөнки ғаилә башлыҡтарының күпселеге үҙ балалары менән туған телдә аралашмай. Шуға ҡарамаҫтан, «Минең шәжәрәм”, “Һабантуй” кеүек милли байрамдар, “Һаумы, һаумы, әкиәт!“ республика бәйгеһе, театр аҙналығы, башҡорт теленә, халыҡ һәм дидактик уйындарға арналған көндәр, милли кейемдәрҙе һүрәттә биҙәү һәм башҡа әллә күпме сара-сығыштар даими ойошторола бында. Шуғалыр ҙа баҡсаға балалар бик теләп йөрөй. Ә инде райондаш коллегалар филиалдан эш күнекмәһе менән бүлешеүҙе теләйҙәр, сценарийҙарҙы һоратып алалар икән, был да - һәүәләйҙәр өсөн ҙур мәртәбә. (Ошо һөйләм ҡалһынмы? Юк, ҡалмаһын. Үҙгәртергә мөмкин “эш тәжрибәһе менән районда үткән август ҡәнәшмәһенең секцион ултырышта уртаҡлашалар” тип).
Әлбиттә, районыбыҙ хакимиәте лә, мәғариф бүлеге лә филиалдың эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш, тәрбиәселәрҙең ижади ынтылышын хуплап ҡаршы алалар. Уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең август кәңәшмәһендә йыл һайын тиерлек филиалға ноутбук, принтер кеүек ҡиммәтле бүләктәр, хеҙмәткәрҙәргә дипломдар, грамоталар бирелә. Ә мин Эльвира Динисламова, Рәмилә Камалова һымаҡ үҙ һөнәрен бирелеп, илһамланып башҡарыусыларҙың, халыҡ йолаларын арымай-талмай йәш быуынға еткереүсе тәрбиәселәрҙең республика кимәлендә лә танылыуына, уларҙың маҡтаулы рәсми исемдәр алыуына өмөт итәм.