Беҙҙең балалар баҡсаһы «Поездарға юл бирегеҙ!» айлығына ҡушылды.
Ноябрь 18, 2025
Просмотров: 285
Беҙҙең балалар баҡсаһы «Поездарға юл бирегеҙ!» айлығына ҡушылды.
Тәрбиәселәр тимер юл аша сығыу ҡағиҙәләрен һәм вокзалдарҙағы тәртипте аңлатып әңгәмә, тематик дәрестәр үткәрҙе. Тимер юлдарҙағы төрлө хәүефле хәлдәрҙе тикшерәҙе.
Бындай дәрестәр балаларға тимер юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген аңларға ярҙам итә, алынған белемде практик ғәмәлдәр менән нығытырға мөмкинлек бирә.
Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ижади эштәр башҡарҙы, "Өкө Инәйҙең Дәрестәре"видеояҙмаһын ҡараны һәм тикшерҙе.
Ата-әсәләр менән дә эш алып барыла. Беҙ уларға "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән тимер юлда хәүефһеҙ тәртип ҡағиҙәләре тураһында иҫтәлектәр тапшырҙыҡ.
Был аҙна бушҡа үтмәне, балаларыбыҙ тимер юлдағы хәүефле хәлдәрҙән ҡотола алыр һәм тимер юл поездарында шәхси хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмаҫ, тип ышанабыҙ.