Бөгөн балалар баҡсаһы стеналарында «Атай,әсәй һәм мин-спорт ғаиләһе» тип аталған спорт байрамы үтте.
Бөгөн балалар баҡсаһы стеналарында «Атай,әсәй һәм мин-спорт ғаиләһе» тип аталған спорт байрамы үтте. Был сараның маҡсаты - балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең һаулығын нығытыу. Физик культураға һәм спортҡа дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
Бөтә ғаилә ағзалары ла сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тырышырға тейеш. Сөнки ата-әсәләр балалары өсөн өлгө булып тора. Ғаилә ярыштарында өлкәндәр балаларҙан оҫталыҡта, дәрт-дарманда, еңеүгә ынтылышта бер ҙә ҡалышмай. Ошондай әүҙем ата-әсәләргә ҡарап, балалар спорт менән дуҫ булып үҫә. Был байрам балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Балалар һәм ата-әсәләр конкурс программаһының һәр этабында бик фиҙаҡәр көрәшә. Конкурстың һәр заданиеһы айырым тырышлыҡ һәм теләк менән үтәлә. Командалар үҙҙәрен иң яҡшы яҡтан күрһәтте тип әйтергә була.