Бөгөн беҙҙең "Йондоҙсоҡтар" төркөмөндә “Көҙ байрамы” ғәҙәти булмаған, бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс рәүештә үтте.
Бөгөн беҙҙең "Йондоҙсоҡтар" төркөмөндә “Көҙ байрамы” ғәҙәти булмаған, бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс рәүештә үтте. Көҙ балаларға ҡунаҡҡа килеп, баҡса батшалығында әкиәт күрһәтте. Был батшалыҡта йәшелсә һәм емеш-еләктәр принцтарға һәм принцессаларға әйләнде. Балалар төрлө уйындар уйнаны, йырланы, бейене, матур шиғырҙар һөйләне. Әммә ниндәйҙер мәлдә, көтмәгәндә Сүп-сар ағай һәм Дегәнәк апай байрамға килеп кереп, көҙгө уңышты юҡ итә башлай. Әммә беҙҙең геройҙар уларҙан ҡурҡып ҡалмай, бөтә сүп -сарҙарҙы юҡ итеп, ҡый үләндәрен йолҡоп, баҡсала тәртип булдыралар. Йәшел һуған Сүп-сар ағайҙы еңеп, кишер менән ҡый үләндәре булмаған ерҙә күңелле йәшәй башлай. Ә ҡый үләндәре баҡсала түгел, ә буш ерҙә үҫергә вәғәҙә биреп, байрамдан сығып китәләр. Байрам аҙағында Көҙ барыһына ла рәхмәт һүҙе әйтеп, үҙенең емеш-еләктәрен бүләк итә.